• Касса: + 7 (34783) 4-38-07
  • г. Нефтекамск, ул. Ленина, 9

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама дәүләт филармонияһының етәксеһе – Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевтең тыуған көнө!

Хөрмәтле Рәйес Абдрахман улы, Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы Һеҙҙе  тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай һәм йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәрен еткерә!

Киләсәктә ижад юлдарығыҙ һәм ғүмер йылдарығыҙ матур, яҡты, илһамлы, һөҙөмтәле, бәхетле булһын! Теләктәрҙең иң изгеһенә ҡушып, Һеҙгә көслө рух, ҡоростай сәләмәтлек, ҙур уңыштар, яңы асыштар теләйбеҙ!