• Касса: + 7 (34783) 4-38-07
  • г. Нефтекамск, ул. Ленина, 9

«Моңло хистәремдән гөл үрәм»

«Моңло хистәремдән гөл үрәм»

«Моңло хистәремдән гөл үрәм»

Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы 17 мартта баш ҡалабыҙ Өфөлә «Моңло хистәремдән гөл үрәм» исемле бай йөкмәткеле, рухлы концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Түҙемһеҙләнеп көтөп алған тамаша Х.Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһы ҙур залында бер тынала үтте. Концертты Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары – Рәнис Рәис улы Алтынбаев сәләмләү һүҙҙәре менән асып, Нефтекама дәүләт филармонияһы етәксеһенә Рәис Абдрахман улы Исмәғилевкә Мәҙәниәт министрлығының Почет Грамотаһын тапшырҙы.

Был сағыу тамашаны ойоштороуҙа режиссер һәм сценарий авторы Ләлә Килсенбаева, художество етәксеһе – Айбулат Рәхмәтуллин,  вокал уҡытыусыһы – Лилиә Йосопова тос өлөш индерҙеләр.

Өфө тамашасылары артистарҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмеп, үҙ баһаларын белдерҙе. Концерт театраллаштырылған композицияларға бай булды. Тамаша «Сайҡалалар кәмәләр» музыкаль-хореографик композицияһы менән башланды, унан тыш тамашасыларға нәфис һүҙ оҫталары — Рита Ҡарасурина, Илгиз Миңлеәхмәтов, Розалия Ҡарасурина, йырсылар төркөмө һәм  «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары башҡарыуында «Ҡыр ҡаҙҙары», «Ҡаһым түрә», «Китмәгеҙ торналар» исемле композициялар тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Үҙ сиратында тамашасыларға «Түңгәүер» бейеү ансамбле «Дала башҡорттары», «Һалдаттар бейеүе», «Фазыл шишмәһе», «Камаринская», «Түңгәүерҙәр» бейеүҙәрен бүләк итте. Ҡурайсылар: Башҡортостандың Халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин, Иҙел Искужин һәм Азат Юлдыбаев «Аллаяр батыр» башҡорт халыҡ көйөн бик оҫта, йөрәктәргә ятышлай итеп башҡарҙылар. Һәләтле йырсылар: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншин, Ирина Халикова, Тамерлан Халитов, Азат Ҡарасурин, Лиана Ғәлина, Илгиз Миңлеәхмәтов, Әлиә Шамукова, Илнур Мөфтәхов, Сүриә Ғималова, Сулпан Ғәфүрйәнова, Раисия Иҫәнбаева,  Иршат Ҡарасурин, Руфина Йәнбирҙина сығыштары тамашасы күңелен яуланы, ә инде баянсылар Нәфис Ниғәмәев һәм Айҙар Әхмәтйәнов музыкаль яҡтан концерт барышын юғары башҡарыу оҫталығы менән биҙәнеләр. Артистарҙың һәр сығышын Өфө тамашасылар яратып ҡабул итте һәм дәррәү алҡыштарға күмеп оҙатты.


.