• Касса: + 7 (34783) 4-38-07
  • г. Нефтекамск, ул. Ленина, 9

Халыҡ-ара туған телдәр көнө!

Халыҡ-ара туған телдәр көнө!

Халыҡ-ара туған телдәр көнө!

Бөгөн барлыҡ донъя кимәлендә үткән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сарала Нефтекама дәүләт филармонияһы ижади коллективы әүҙем ҡатнашып, башҡорт теленән диктант яҙҙы. Диктант яҙыу Нефтекама ҡалаһының 7-се урта мәктәп бинаһында ойошторолдо. Туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән акцияға ҡушылып диктант яҙыусылар Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын яттан һөйләнеләр. Сара алдынан Нефтекама дәүләт филармонияһы ның«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө йырсыһы Азат Ҡарасурин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин, Иҙел Исҡужин, Азат Юлдыбаев башҡорт халҡының милли гимны булған мәшһүр «Урал» көйөн башҡарҙылар.

Башҡортостандың төнъяк-көнбайыш төбәк ара башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәис Абдрахман улы Исмәғилев ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, башҡорт телен һаҡлауға, таратыуға һәм туған телдә йышыраҡ аралашыуға әйҙәне.