21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө
Тел кешенең һәм йәмғиәттең мәҙәниәтен, үҫешен булдырыусы иң мөһим күрһәткес булып тора. Ул халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер.
Туған телебеҙ – ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Шуға күрә туған телде һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү — һәр кемдең изге бурысы.
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ!
_______
21 февраля отмечается Международный день родного языка
Язык — это живая связь времен и поколений, он хранит в себе историю, культуру и традиции народа. Изучая родной язык, мы узнаём больше о себе и о своих корнях, о том, что нас объединяет, делает частью чего-то большего.
Этот праздник напоминает нам о необходимости беречь и развивать свой язык, а также уважать языковое разнообразие других народов.
Берегите родной язык! Пусть он всегда будет для вас источником вдохновения и гордости!
С Международным днем родного языка!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония #голосмоегонарода
Русский
Башкирский