• Касса: + 7 (34783) 4-38-07
  • г. Нефтекамск, ул. Ленина, 9

🖋 Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашты.

«Тел – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы» девизы аҫтында ойошторолған халыҡ-ара белем биреү акцияһы Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалында һәм үҙәк ҡала китапханаһында үтте.
Тантаналы сара артистарыбыҙ башҡарыуындағы башҡорт халҡының милли гимны – «Урал» йыры менән башланды.

Диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, иркен аралашҡандар өсөн һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ойошторолдо. Уның маҡсаты — Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу, шулай уҡ тел мәҙәниәтен күтәреү.

Быйыл диктант темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.

Акцияла ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был сара күркәм байрам кәйефендә үтте.

✨✨✨✨✨✨✨✨✨✨

🖋Сегодня коллектив Нефтекамской государственной филармонии принял участие в международной образовательной акции «Международный диктант по башкирскому языку — 2026».

Мероприятие прошло в Нефтекамском филиале Уфимского университета науки и технологий и Центральной городской библиотеке. Оно началось с исполнения национального гимна башкирского народа «Урал» в исполнении артистов Нефтекамской государственной филармонии.

Девиз образовательной акции — «Язык — духовное наследие народа». Его целью является привлечение внимания широкой общественности к изучению родного языка, повышение языковой культуры, продвижение и популяризация башкирского языка в Республике Башкортостан, регионах Российской Федерации и зарубежных странах.

Тексты диктанта посвящены трём значимым темам: Году единства
народов России, Году большой и дружной семьи в Республике Башкортостан и
200-летию со дня рождения башкирского поэта и просветителя Гали Сокороя.

Международный диктант по башкирскому языку прошел в приподнятом настроении. Всем участникам акции были вручены сертификаты.



#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
#башҡорттелендәдиктант