• Касса: + 7 (34783) 4-38-07, Приемная: +7 (34783) 4-32-77
  • г. Нефтекамск, ул. Ленина, 9

✨️5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк✨️

Ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен тикшерә аласаҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ танышасаҡ һәм һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат аласаҡ.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Һорауҙар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һәм өс йүнәлешкә бүленгән:
• Башланғыс кимәл — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
• Иркен аралашыусылар кимәле — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
• Башҡорт теленең диалекттары — башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында basholimpiada.ru/ теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға һайланған кимәл буйынса һорауҙар асыла.

Олимпиадала ҡатнашыу — башҡорт теленең байлығын, тарихын һәм хәҙерге замандағы үҫешен яҡындан белергә, яңы белем алырға һәм үҙ һөҙөмтәләрегеҙҙе баһаларға әйбәт мөмкинлек. Һеҙҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ!
________________

С 5 по 7 октября состоится онлайн-олимпиада по башкирскому языку и литературе.

Участники смогут проверить свои знания, ближе познакомиться с особенностями башкирского языка и литературы и получить сертификат с результатами прохождения.

Проект реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

Олимпиада рассчитана на участников с разным уровнем владения башкирским языком. В ней могут принять участие участники разного возраста: школьники, студенты, преподаватели и те, кто изучает башкирский язык самостоятельно.

Задания представлены в формате онлайн-теста и разделены на три направления:
• Начальный уровень — для участников, которые только начинают изучать башкирский язык;
• Свободный уровень — для тех, кто свободно владеет башкирским языком;
• Диалекты башкирского языка — для участников, интересующихся диалектным многообразием башкирского языка.

Для участия необходимо зарегистрироваться на сайте олимпиады basholimpiada.ru/. После регистрации участнику будет доступен соответствующий уровень заданий.

Участие в олимпиаде — отличная возможность ближе познакомиться с богатством, историей и современным развитием башкирского языка, получить новые знания и оценить свои результаты. Приглашаем к участию!

#НефтекамскаяГосударственнаяФилармония